«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Картуф ашай торған йәнлек ниҙән ҡурҡа?



11.09.2019 Картуф ашай торған йәнлек ниҙән ҡурҡа?

Ватсап аша Өфө районында кешеләрҙең картуфһыҙ ҡалыуы хаҡында видеоны күптәр күргәндер. Һәр картуф һабағының аҫты өңөлгән һәм картуфы соҡоп алынған – баҡса хужаһы кемдер беҙҙе уңышһыҙ ҡалдырҙы тип көйәләнә.

Әйткәндәй, был ир тәмлекәс артынан тағы килгән серле йәнлекте ҡапҡанға эләктерә. Ул урман алйырҙаны булып сыға, русса карбыш тип тә йөрөтәләр.

Күп тә үтмәне “Бәйләнештә” сайтында Шишмә районының Келәш ауылында йәшәүсе Зөлфиә апай Ғәбитова был йәнлектең видеоһын һәм фотоһын һалды.

—Картуфҡа ашай торған йәнлек беҙгә лә килеп етте. Тик ул ни сәбәптәндер баҡсалағы көнбағыштар аҫтында үлеп ятҡан. Һәр ояны ҡарап сыҡтым – бер ерҙә лә ҡаҙылғанын тапманым. Әллә ер ныҡ дымлы булғанға ҡаҙа алманы микән?
Беҙҙең өйҙә сысҡандарға ҡаршы электр ҡорамал эшләп тора. Ул 200 метр радиустан барлыҡ кимереүселәрҙе ҡурҡыта. Әллә был йәнлекте шул үлтергәнме? Быға тиклем сысҡандарҙан ыҙа сигә инек, махсус ҡорамал ярҙам итте – быйыл бер бөртөгө күренмәне лә, тойолманы ла. Сысҡандарҙан тәҡәте ҡороған күршеләр ҙә тирә-йүнгә ағыу һалып сыҡҡайнылар. Урман алйырҙанының ағыу ашап та йән биреүе мөмкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға