«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бала табыу йорто тәҙрәһенән сабыйҙарҙы ташлағандар



11.09.2019 Бала табыу йорто тәҙрәһенән сабыйҙарҙы ташлағандар

9 сентябрҙә Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә урындағы ваҡыт менән таңғы 5-се яртыла балалар табыу йорто янында яңы тыуған сабыйҙарҙың имгәнгән кәүҙәһе табыла. Уларҙы реанимация бүлегенә алып баралар, әммә медицина ярҙамы күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, балалар үлә.


Асыҡланыуынса, яңы бала тапҡан ҡатындарҙың береһе, ҡыҙының аяғы зәғиф булыу сәбәпле, унан ҡотолорға теләп, сабыйын икенсе ҡаттың тәҙрәһенән ырғыта. Үҙенең ғәйебен йәшереү өсөнмөлер, шул уҡ палатала ятыусы ҡатындың да балаһын ташлай.
Бының буйынса ҡатынға һәм бала табыу комплексының яуаплы кешеләренә (үҙҙәренең профессиональ бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн) ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтсегә 15 йылдан 25 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янаһа, икенсе статья буйынса – 5 йылдан 8 йылға тиклем.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға