«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоротҡостарҙы ҡунаҡтар килтерә



10.09.2019 Ҡоротҡостарҙы ҡунаҡтар килтерә


Башҡортостан буйынса Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы белгестәре, «Өфө» аэропортында Таджикстан кешеһенең багажын тикшереү ваҡытында ҡоротҡос бөжәктең булыуын асыҡлаған. Ул фасолгә эйәреп килгән. Callosobruchus spp ғаиләһенә ҡараған «ҡунаҡ» иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы зарарлай. Тиҙ тарала. Күп илдәрҙә ул ҡурҡыныс карантин объекттары исемлегенә индерелгән.
Ят ҡоротҡостар беҙҙә ошолай тарала ла инде.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға