«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » НХЛ-ға ла КХЛ-ға ла кәрәкмәй....



10.09.2019 НХЛ-ға ла КХЛ-ға ла кәрәкмәй....

Рәсәй хоккейсыһы Антон Бурдасовҡа НХЛ-да эш табылмағас, күрәһең КХЛ-да ла ҡыҙыҡһыныусылар юҡ һымаҡ тойола.
Сөнки әлегә Рәсәйҙең бер клубы ла уға тәҡдим яһамаған. Башта «Авангард» етәкселеге Бурдасовҡа иғтибарын йәлеп итергә булғайны, әммә кире уйлаған. «Металлург» та баш тартҡан. «Салауат Юлаев» командаһына кире ҡайтыр ине, тик улар ҙа уға мохтажлыҡ кисермәй. Нәпсеһе лә юғары шул. Әгәр уны кәметмәһә, командаһыҙ ҙа ҡалыуы ихтимал. Ә инде уйынһыҙ ҡалға, киләсәктә эш табыуы бөтөнләй ауыр буласаҡ





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға