«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Instagram"да тура эфир үткәреп бала тапҡан



10.09.2019 "Instagram"да тура эфир үткәреп бала тапҡан

"Instagram"да тура эфир үткәреп бала тапҡан"Instagram"да тура эфир үткәреп бала тапҡан

Өфө блогеры Гүзәл Шәрәфетдинова ҡыҙын "Instagram"да тура эфир үткәреп тапҡан. Бала табыу йортона барыр алдынан ҡатын ире менән бергә йырлап, күңелле видеороликтар һала. Аҙаҡ бала табыу йортона юллана.

Бала табыу уңышлы уҙа. Гүзәл һәм уның тормош иптәше Илдус 3,6 килограммлы һәм 53 сантиметрлы ҡыҙға атай-әсәй булдылар. Әле йәш әсәй бала тапҡандан һуң ял итә.

Бала тапҡандан һуң, Гүзәл бер нисә сәғәт дауамында үҙенә яҙылыусыларға тормошо хаҡында һөйләй.

- Бигрәк ныҡ ҡысҡырҙым. Карауатты һындырып ҡуймаймын тип уйланым, - ти ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға