«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дзюбаны Англияға ҡоҙалайҙар



10.09.2019 Дзюбаны Англияға ҡоҙалайҙар

Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе, «Зенит» клубында уйнаған Артем Дзюбаға Англия чемпионатының өс командаһы күҙен һалған.
Улар араһында «Кристал Пэлас», «Эвертон» һәм «Вулверхемптон» клубтары бар. Скауттары әйтеүенсә, Дзюба әлеге уҙған һуңғы сығышы менән уларҙың күңеленә ятҡан.
Уҙған йыл да Англияның бер уртансы командаһы уға ҡыҙыҡһыныуын белдергән булған.
31 йәшлек һөжүмсе төп команда өсөн 38 осрашыу уҙғарып, 21 тапҡыр гол индергән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға