«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвалид балаларға сертификат тапшырыла



10.09.2019 Инвалид балаларға сертификат тапшырыла


Инвалид балалар реабилитациялауға мохтаж. Ләкин күпселек ата- әсәләрҙең улдарын йәки ҡыҙҙарын түләүле дауалау сараларына йөрөтөргә мөмкинлеге юҡ. Кемдәрҙер, сараһыҙҙың көнөнән, социаль селтәрҙә аҡса йыйыуға иғлан да бирә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы реабилитациялауға иғтибар бүлеүҙе һорап, күп ата- әсә мөрәжәғәт итте.
Ниһайәт, уларҙың үтенестәре ҡәнәғәтләндерелде. Хәҙер һәр инвалид балаға был маҡсаттан сертификат тапшырыласаҡ.Уның хаҡы — 41 722, 59 һум. Был документты теләһә ниндәй шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә 14 йәшкәсә мөмкинлектәре сикле балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн файҙаланырға мөмкин. Сертификаттарҙы Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бирә. 2 ай эсендә файҙаланырға кәрәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға