«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төрмәгә тыйылғанды индермә!



10.09.2019 Төрмәгә тыйылғанды индермә!

Билдәле булыуынса, холоҡ төҙәтеү колонияларында, төрмәләрҙә хөкөм ителгәндәр өсөн күстәнәскә бирергә тыйылған әйберҙәр исемлеге була. Улар араһына иҫерткес, тилерткес матдәләр, бысаҡ-маҙар, ноутбук, планшет-телефондар инә.

Йыш ҡына иректән килеп эшләүсе "вольнонаемный" эшсе-хеҙмәткәрҙәрҙең махсус контингент заказын үтәргә тырышҡаны тураһында ишетелә. Күп осраҡта улар пенитенциар учреждение ҡапҡаһы төбөнтә тентеү мәлендә тотола. Бына ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта шундай хәл теркәлгән. 21-се холоҡ төҙәтеү колонияһына "КамАЗ" үҙбушатҡысы ингән. Контроль-үткәреү пунктында һаҡ хеҙмәтенең тентеү-тикшереү төркөмө һәм оператив хеҙмәткәрҙәр машинаның ишеге эсенә йәшерелгән әйберҙәрҙе: алты кәрәҙле телефонды, дүрт көс йыйҙырыу ҡорамалын һәм дүрт наушникты табып алған.

Әле был факт буйынса тикшереү бара. Шуныһы билдәле, водитель был эшенән ҡолаҡ ҡағасаҡ һәм уға ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ. Тыйылған әйберҙәр кемгә тәғәйенләнгәне асыҡланһа, уларға режим ҡәтғиләшәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға