«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәбиб менән Бузованы нимә бәйләй?



10.09.2019 Хәбиб менән Бузованы нимә бәйләй?

Рус телле Инстаграмда кем иң популяр ҡулланыусы, беләһегеҙме? Бузова. Ине. Хәҙер был “алыштырғыһыҙ” лидерҙы Хәбиб Нурмагомедов, Дастин Порьены еңгәндән һуң, үтеп киткән!


Ольга Бузованың аккаунтына 16,3 миллион кеше яҙылһа, хәҙер Хәбибкә — 16,4 миллион ҡулланыусы.

Бер ниндәй таланты булмаған “Йорт – 2” тапшырыуы алып барыусыһының иң популяр интернет-ҡулланыусыға әүерелеүе таң ҡалдыра. Уның бар белгәне — тегендә-бында низағ сығарыу, әрһеҙлеге арҡаһында оятҡа ҡалып булһа ла үҙ-үҙен күрһәтеү. Ә фанаттары һуң! Тотош армия!

Лутсы Хәбиб беренсе булһын шул.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға