«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Водитель! Өфөлә абайлап йөрө - яңы камералар!



10.09.2019 Водитель! Өфөлә абайлап йөрө - яңы камералар!

Баш ҡала урамдарында водителдәрҙең тиҙлек режимын контролдә тотоу өсөн алты фото - һәм видеотеркәү ҡорамалдары ҡуйылды. Өсәүһе Затон шоссеһында, ҡалғандары Октябрь проспектының 115-се, 131-се һәм 158-се йорттары янында тора.

Был аппараттар хәрәкәт хәүефһеҙлеге һәм юлдарҙағы үлемдәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән. Улар көнө-төнө автомобилдәрҙең тиҙлеген, номерҙарын яҙҙырып алырға һәләтле. Бар мәғлүмәт БР буйынса ЮХХДИ-ның Юл хәрәкәте өлкәһендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматик теркәү үҙәгенә ебәреләсәк.

Комплекстар Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы ҡуйылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға