«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әсәлек капиталы"н күберәк нимә өсөн файҙаланалар?



10.09.2019 "Әсәлек капиталы"н күберәк нимә өсөн файҙаланалар?

Башҡортостанда 12 меңдән ашыу сертификат хужаһы “әсәлек капиталы”н балаға белем биреү өсөн файҙаланған.


Әлегә республикала “әсәлек капиталы” сертификаты буйынса барлығы 703 миллион һум белем алыуға йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был дәүләт ярҙамы менән уҡыуҙың барлыҡ процесын түләргә мөмкин – балалар баҡсаһы, мәктәп, урта һәм юғары белем алыу буйынса түләүле программалар, шулай уҡ студенттарҙың ятаҡта йәшәүе өсөн.

Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, төбәктең 313 меңдән ашыу ғаиләһе “әсәлек капиталы”на хужа булған. Уларҙың 213 меңе сертификатты тулыһынса файҙаланған да инде. Күбеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулланған.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға