«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйрәк урынына дуҫына һунар иткән!



10.09.2019 Өйрәк урынына дуҫына һунар иткән!

Өйрәк урынына дуҫына һунар иткән!
Ике дуҫ өйрәк атырға барған. Тик ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың береһе өйөнә әйләнеп ҡайта алмаған. Һунар ваҡытында дуҫы уны атып үлтергән.

Был фажиғә Рязань районының Казарь ауылы янында булған.
Төбәк Тикшереү комитеты хәбәр итеүенсә, 4 сентябрь көндө ике дуҫ өйрәк атырға барған. Икеһе лә спиртлы эсемлек ҡулланған булған. Береһе, өйрәккә атам тип, яңылыш икенсеһенә атҡан. Дуҫы шунда уҡ йән биргән. Уға 30 йәш кенә булған.

Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға