«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашығыҙ



09.09.2019 "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашығыҙ

Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыуҙы күҙ уңында тотҡан акция быйыл апрелдә үткәйне. Ул саҡта 109 мең үҫенте ултыртылған, сарала 160 мең кеше ҡатнашҡан. Сиратта "Йәшел Башҡортостан" акцияһының көҙгө өмәһе.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә әйтелеүенсә, сара 5 октябргә билдәләнгән. Республика көнө алдынан үтәсәк, тимәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был акция ағас ултыртыуҙы ғына маҡсат итеп алмай, ә кешене мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеүҙе күҙаллай.

Ысынлап та, матур эш тә инде. Әйҙәгеҙ, дәррәү генә ҡатнашайыҡ. Ауыр бурыс түгел. Ултыртҡан ағасыңдың (ҡыуағыңдың) үҫкәнен күреү - үҙе бер бәхет.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға