«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фатирҙа үлеп ятҡандар



09.09.2019 Фатирҙа үлеп ятҡандар

Ялған араҡы эсеүселәрҙең тағы бер ҡорбандары - Стәрлетамаҡ ҡалаһында.
Күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа һаҫыҡ еҫ сыҡҡас, күршеләр полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары ишекте емереп асһа, унда ирле- ҡатынлы икәүҙең мәйетен таба. Фатир хужалары 3-4 көн тирәһе элек үлгән булған. Эскән кешелә кемдең эше булһын. Туғандары ла, балалары ла улар менән ҡыҙыҡһынмаған.
Асыҡлауҙарынса, ир менән ҡатын ялған араҡы эсеп ағыуланған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға