«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самюэль Это’О футболдан китте



09.09.2019 Самюэль Это’О футболдан китте

Данлыҡлы «Барселона» менән Рәсәйҙең «Анжи» клубтарында сығыш яһаған футболсы Самюэль Это’О карьераһына нөктә ҡуйырға булды.
Камерун уйынсыһы күпселек карьераһын Испанияла уҙғара. «Барселона» составында ике тапҡыр Чемпиондар лигаһында еңеүсе булып, бер тапҡыр Испания беренселеге чемпионы була. Үҙ ваҡытында 15 клуб алмаштырып, 2011 йылда Рәсәйгә килә һәм «Анжи» командаһында уйнап, кеҫәһен йылына 20 миллион евро менән байыта. Һуңғы уйнаған клубы булып «Катар» командаһы һанала. Камерун йыйылма командаһы өсөн 118 осрашыу уҙғарып, 56 гол индерә һәм иленең тарихында иң шәп футболсы булып иҫәпләнә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға