«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө асарбаҡтары футбол командаһы төҙөгән



09.09.2019 Өфө асарбаҡтары футбол командаһы төҙөгән

Ө
Баҡһаң Александр исемле асарбаҡ элек профессиональ футбол командаһында һөжүмсе булған. Төрмәгә эләккәс ирҙең тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Бөгөн ул урамда йәшәй. Ул үҙенең янына футбол һөйөүселәрҙе туплаған.

Асарбаҡтар аҙнаның билдәле бер көнөндә футбол майҙансығына йыйыла. “Майҙансыҡтан ҡыуып ебәрмәһәләр ярар ине, тип теләйбеҙ”, – ти ирҙәр. Тора-бара үҙҙәренең клубын теркәргә өмөтләнә улар.

Асарбаҡтар араһында ла футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарылыуын күптәр белмәйҙер. Ул Европа футбол ассоциациялары союзы (УЕФА) тарафынан 2003 йылдан алып ойошторола. Рәсәй командаһы был чемпионатта йыл һайын ҡатнаша, 2006 йылда хатта чемпион исеменә лайыҡ була.

Һәр матч 15 минуттан тора: 7-шәр минутлыҡ 2 тайм һәм тәнәфес. Футболсылар – асарбаҡтар, ҡасаҡтар, алкоголь һәм наркотик бәйлелегенән ҡотолорға тырышыусылар.

Ҡатнашыусыларға был турнир оло файҙа килтерә, ти ойоштороусылар. Статистика буйынса, 70 процент футболсыларҙың тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Насар ғәҙәттәрҙән арынған футбол һөйөүселәр хеҙмәт урындарына урынлаша, шәхси тормошон яйға һала.

Әйткәндәй 2018 йылда Рәсәйҙә уҙған донъя чемпионаты алдынан да асарбаҡтар өсөн ярыш ойошторғандар. Унда төрлө социаль приюттан 4 команда ҡатнашҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға