«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кушнаренға барып башҡорт виноградын йыйығыҙ!



09.09.2019 Кушнаренға барып башҡорт виноградын йыйығыҙ!

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнарен селекция үҙәгендә виноград емеше өлгөргән. Ниңә улай һуң тиерһегеҙ - быға һалҡын йәй сәбәпсе. Былтырҙары емеш август уртаһында тамам бешкән булған.

Үҙәктә иртә өлгөрөүсән «Карагай», «Мадлен», «Анжевин», «Юбилейный», «Алешенькин», «Башкирский», «Александр», «Находка Стреляева», «Памяти Стреляевой», «Линьян» сорттары виноградын килограмын 70 һумға һаталар. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 5-кә тиклем барырға була.

Учреждениеның баш агрономы Наталья Старцева баҡсасыларға ошолай тип кәңәш бирә:
- Әгәр ҙә һеҙҙең баҡсалағы виноград ваҡ һәм тулышырға уйламай икән, тимәк һабаҡ баштарын өҙөргә кәрәк. Калийлы ашлама индерергә, тәлгәштәрҙе ҡояшҡа асырға мөмкин. Төнгә ҡыуаҡтарҙы агротуҡыма менән ҡаплағыҙ, тамырҙаға бысҡы табынан мульча һибегеҙ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға