«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн ҡатындар Хәбибкә ҡаршы флешмоб иғлан иткән?



09.09.2019 Ни өсөн ҡатындар Хәбибкә ҡаршы флешмоб иғлан иткән?




Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына Хәбиб Нурмагомедовтың папаха тураһында һүҙҙәре оҡшамаған, имеш.

Йәкшәмбе еңел ауырлыҡ категорияһы буйынса UFC чемпионы Хәбиб Нурмагомедов сираттағы еңеүен яуланы. Ул Америка һуғышсыһы Дастин Порье менән алышҡайны. Еңеүҙән һуң, Хәбиб күп көйәрмәндәрҙең папаха кейеп килеүе миңә дәрт, көс өҫтәне, тип белдерҙе.

“Минең тыуған еремдә ирҙәр оло ғорурлыҡ менән папаха кейә. Быға ысын ирҙәр генә лайыҡ, ә ҡатын-ҡыҙҙар папаха кеймәй”, — һуғышсының был һүҙҙәре ҡатын-ҡыҙҙарға, бигерәк тә феминисткаларға оҡшамаған. Бөгөн улар социаль селтәрҙәрҙә #женщинавпапахе һәм #нехабиб хэштегтары аҫтында флешмоб иғлан иткән, тәүшарт – папаха кейеп фотоға төшөү. Улар араһында Дағстандан да гүзәл заттар бар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға