«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мостай Кәрим декадаһына театрға килегеҙ!



09.09.2019 Мостай Кәрим декадаһына театрға килегеҙ!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата театр декадаһы әҙерләгән. 15 – 20 октябрҙә үтәсәк аҙналыҡта тамашасыларға яҙыусының "Беҙҙең өйҙөң йәме" (реж. М. Күлбаев), "Йәләлетдин атай" (реж. И. Муллабаев), “Тоҡ эсендәге бесәй” (реж. И. Ғиләжев), “Ҡыҙ урлау”, "Яуҙы еңгән мөхәббәт" (реж. М. Күлбаев), “Тылсымлы тирмән” (реж. М. Күлбаев) әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр тәҡдим ителә.
Быйыл "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль партия проекты сиктәрендә“Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән оло шәхестең 100 йыллығына ҡарата режиссер М. Күлбаев “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен сәхнәләштергән. Был спектакль 26-27 сентябрҙә күрһәтелә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға