«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өсөнсө чемпионат рәттән беренсе



09.09.2019 Өсөнсө чемпионат рәттән беренсе

Сербия ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы финалда Төркиә волейболсыларын 3:2 (21:25, 25:21, 25:21, 22:25, 15:13) иҫәбенә еңеп, Европа чемпионатында өсөнсө йыл рәттән уңышҡа өлгәште.
Улар шулай уҡ уҙған донъя беренселегенең дә еңеүсеһе булып һанала. Европа чемпионатының бронза миҙалын Рәсәйҙе сирекфиналда төшөрөп ҡалдырған Италия командаһы яуланы. Улар полькаларҙы 3:0 иҫәбенә алдырып, уңышҡа өлгәште.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға