«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар пособиеһын арттырырға итәләр



09.09.2019 Балалар пособиеһын арттырырға итәләр

Балалар пособиеһын арттырырға итәләр
Беренсе балаға айлыҡ пособие 7 процентҡа артып, уртаса алғанда 12 мең һумға етергә тейеш. Балалар пособиеһы ағымдағы йылдың II кварталындағы төбәктәге балалар өсөн йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә.

2020 йылда пособиеларҙың дөйөм суммаһы 150 млрд һум тәшкил итәсәк. Был 2019 йылға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Быйыл тәүге бала тыуғас түләүҙәргә 50 млрд һум аҡса киткән. 2021 йылда был сумма тағы ла 6 млрд һумға күтәреләсәк, ә ике йылдан 164 млрд һум буласаҡ.
Әлеге ваҡытта иң юғары балалар пособиеһы Сахалин өлкәһендә (29 мең һум), Чукоткала (23,3 һум) һәм Камчаткала (21,7 һум). Ә балалар пособиеһы алыусы ғаиләләр Краснодар крайында, Башҡортостанда һәм Мәскәүҙә күп.

2020 йылдың ғинуарынан өс йәшкә тиклем балалары булған һәм ата-әсәләренең килеме ике йәшәү минимумынан артмаған (ике кешегә) ғаиләләргә лә пособие түләнәсәк. Әлегә тиклем бындай дотациялар 1,5 йәшкә тиклемге балалары булған һәм килеме 1,5 йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә түләнә ине. РФ Хеҙмәт министрлығынан күҙаллауынса, ошондай үҙгәрештәргә бәйле, айлыҡ пособие алыусы ғаиләләр һаны 379 меңдән бер миллионға тиклем артасаҡ.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: АВТОР фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға