«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бурдасов НХЛ менән килешә алманы



08.09.2019 Бурдасов НХЛ менән килешә алманы

«Салауат Юлаев» командаһының элекке хоккейсыһы Антон Бурдасов НХЛ клубтары менән килешә алмай, карьераһын КХЛ-да дауам итмәксе.
28 йәшлек һөжүмсе әйтеүенсә, ул тағы бер миҙгел Рәсәйҙә уйнаясаҡ. Уның эше килеп сыҡмағас, Өфө клубы етәкселеге Антонды ҡабат үҙенә йәлеп итергә уйлай әммә тегенеһе кире ҡаға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уны «Авангард» командаһы үҙендә күрергә теләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға