«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ буласаҡ ҡапҡасыларға бүләк яһаны



08.09.2019 Яҡташыбыҙ буласаҡ ҡапҡасыларға бүләк яһаны

Бөгөн НХЛ хоккейсылары ассоциацияһы менән берлектә, НХЛ-да сығыш яһаған ҡапҡасы Андрей Василевский «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә хоккей формаһын бүләк итте.
Андрей шундай мөмкинлек барлығын ишеткәс тә, атаһына шултыраттыра һәм юлаевсылар мәктәбенә ҡапҡасылар формаһын алдырып ебәрә.
Сертификатты Андрейҙың агенты Дэн Мильштейн килтереп тапшырҙы. Мильштейн әйтеүенсә, улар Өфө хоккей мәктәбендә тәрбиәләнгән Василевскийға хөрмәт йөҙөнән бүләк килтергән.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ХК "Салават Юлаев"



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға