«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 20 йыл һөҙөмтәгә өлгәшә алмайҙар



08.09.2019 20 йыл һөҙөмтәгә өлгәшә алмайҙар

Рәсәй йыйылма командаһы баскетболсылары Ҡытайҙа барған донъя чемпионатында икенсе раунд төркөм осрашыуында өсөнсө урын алып, сирекфиналға сыға алманы.
Улар һуңғы төркөм уйынында Венесуэла командаһын 69:60 иҫәбенә еңеп, турнирҙы уңышлы һөҙөмтә менән тамамланы.
Ғөмүмән, беҙҙекеләр Рәсәй тарихында 1994 һәм 1998 йылдарҙа ғына икенсе урын алып, ике тапҡыр донъя чемпионатының көмөш миҙалын яулай. Ә инде Европа беренселегендә бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙаллы була. Һуңғы тапҡыр 2011 йылда Европала өсөнсө һөҙөмтәгә өлгәшәләр.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға