«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ



08.09.2019 Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

Бөгөн һайлауға иртәрәк барыусылар отто. Ни өсөнмө?

Беренсенән, иртә йөрөү, ғөмүмән, һәйбәт. Икенсенән, тауыш биреү урындарында волонтерҙар бушлай беләҙек таратты. Беләҙек тигәс тә, алтын йә көмөш, тип уйлап ҡуймағыҙ. Шулай уҡ, ябай, тип тә булмай. Сөнки браслеттың льготалары бар. Әйткәндәй, был шәп акцияны Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы ойошторған.

Кем дә кем бөгөн иртәнге 7-нән 15 сәғәткәсә һайлауға барған, шулар беләҙек алған, хәҙер йүгерегеҙ инде магазинға, дарыуханаға, кафеға, театрға, кинотеатрға, музейға, бөҙрәханаға, фитнесҡа...

Вәғәҙәләүҙәренсә, "Уфа выбирает" акцияһына ярашлы, махсус браслеттарығыҙ ташламалы хаҡҡа хоҡуҡ бирә. Бөгөн генә түгел иртәгә лә, унан һуң да файҙаһын күрә алаһығыҙ.

Ошонда ташламалы хаҡтар менән хеҙмәтләндереүселәр исемлеген табырһығыҙ: https://vk.com/ufa.vybiraet.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға