«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хабибҡа ҡаршы тороусы юҡ



08.09.2019 Хабибҡа ҡаршы тороусы юҡ

Рәсәйҙең билдәле көрәшсеһе, еңел ауырлыҡ категорияһы буйынса UFC-тың донъя чемпионы Хабиб Нурмугамедов титулын һаҡлап ҡалды.
Ул UFC билбауына төп дәғүәсе булған Америка спортсыһы Дастин Порьены өсөнсө раунда быуып, йәнә еңелмәҫлеген иҫбатланы. 30 йәшлек Хабиб үҙ карьераһында 28 алыш уҙғарып, барыһында ла еңеүсе булды. Ошо бәйгелә еңгәне өсөн ул алты миллион долларға байыясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға