«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин да үҙ кандидатын һайланы



08.09.2019 Владимир Путин да үҙ кандидатын һайланы

Рәсәй Президенты ла бөгөн һайлау участкаһына килде.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Мәскәү ҡала думаһына ла депутаттар һайлана.

Владимир Путин 2151-се учаскала, Рәсәй Фәндәр академияһы урынлашҡан бинала тауыш бирҙе.

Бында ул һәр һайлауҙа килә. 2000, 2004, 2008, 2012, 2018 йылдарҙағы Президент һайлауҙарында ла тап ошонда тауыш биргән.

Бөгөн Рәсәйҙең 85 төбәгендә төрлө кимәлдәге һайлауҙар үтә. Шул иҫәптә 17 губернатор (беҙҙә - Республика Башлығы) һайлана.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға