«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембайҙар һайлауға уғата етди ҡарай



08.09.2019 Ишембайҙар һайлауға уғата етди ҡарай

Ишембай районының Маҡар ауылында урынлашҡан 2167-се һайлау участкаһында барлығы 717 һайлаусы иҫәпләнә.

- Иртәнге ун берҙә сама менән 230 һайлаусы үҙ тауышын биргәйне, - тип һөйләй һайлау участкаһы рәйесе Илгизә Хисмәтуллина. - Был электораттың сама менән 30 проценты тигән һүҙ. Тәү тапҡыр тауыш биргән йәштәрҙең әүҙемлеген маҡтап үтеү артыҡ булмаҫ. Барлығы 13 граждандың 12-һе иртәнге сәғәттәрҙә үк ашығып килеп етте. Төштән һуң өйҙә тауыш биреүселәр буйлап сығасаҡбыҙ, ундайҙар һаны - 57.

Барлығы ике - "Берҙәм Рәсәй" һәм КПРФ партияларынан күҙәтеүселәр һайлау барышын күҙәтә. Участкала сауҙа нөктәләрендә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр ҙә таратылған. Тирә-яҡ ауылдарҙан һайлаусыларҙы көноҙоно мәктәп автобусы ташыясаҡ.

“Һайлау әүҙем бара. Бөгөнгө көндөң әһәмиәтен халыҡ яҡшы аңлай, республиканың һәм ауылдың киләсәгенә яуаплы ҡарай", - ти һайлау участкаһы ағзалары.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға