«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов һайлауҙан бер ваҡытта ла ҡалмай



08.09.2019 Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов һайлауҙан бер ваҡытта ла ҡалмай

Республиканың билдәле шәхестәре бер-бер артлы үҙ тауыштарын бирергә барған.

Беҙ әле "врио" ҡушымтаһы менән республика етәксеһе булған Радий Хәбировтың (ул кандидат та, әлбиттә), БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың, Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың, депутаттарҙың, халыҡ артистарының тауыш биреүен яңылыҡтар таҫмаһындағы фотоларҙан күреп белдек.

Аҡһаҡалыбыҙ, яратып "бабай" тип йөрөткән кешебеҙ тураһында ла мәғлүмәт бирмәү мөмкин түгел.

Мортаза Рәхимов та үҙ участкаһына килеп, Башҡортостан Башлығы өсөн үҙ кандидатураһын һайланы.

Хәйер, беҙ унан, кемде һайланығыҙ, тип һорамаһаҡ та, һиҙәбеҙ инде. Һигеҙ йылдан һуң уның тыйылған исемен әйтергә мөмкин бит. Олоно оло итә белгән Хәбировҡа - ихтирам. Юҡһа, ғүмерҙә булмаҫтайҙы ҡылдыҡ бит - элекке Башлыҡ Хәмитов әфәнденең тыйыуы менән, Мортаза Рәхимов, тип яҙырға ла ярамай ине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мортаза Ғөбәйҙулла улына быйыл 85 йәш тулды.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Проуфу сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға