«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һайла!



08.09.2019 Һайла!

Бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ике округ буйынса - өҫтәмә, урындағы советтарға депутаттар һайлау ҙа үтә.

Тауыш биреүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлайһығыҙҙыр.

Сәғәт иртәнге 7-нән 21.00-гәсә (һайлау ваҡыты ике сәғәт өҫтәлде) үҙ участкаларығыҙ һеҙҙе көтә. Әйткәндәй, барлығы 3434 участка асылды. Республикала йәшәүселәрҙең 3 миллион 049 мең 571-е һайлау хоҡуғына эйә.

Был көндө халыҡ өсөн күңел асыу саралары ла ҡаралған.

Иң һуңғы яңылыҡтар беҙҙең сайтта булыр.

Онотмағыҙ: 8 сентябрҙә, иртәнге 7-нән киске 9-ғаса, 8 кандидат... 7 ҡат уйла, 1 ҡат киҫ. 9 сентябрь иртәһендә - яҡынса һөҙөмтәләр.









Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға