«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Министр дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеүҙе хуплай, буғай



07.09.2019 Министр дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеүҙе хуплай, буғай

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү мөмкинлеге тураһында фекерен белдерҙе.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, министрлыҡҡа әлегә был теманы анализларға күрһәтмә бирелмәгән, улар был проблеманы ҡарамай әле. Уның менән, моғайын, РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәлер.

- Минеңсә, мәсьәләне бик төплө һәм ентекле итеп өйрәнергә кәрәк. Әгәр ҙә кеше сәләмәт тормош алып барһа, ялында нимә менән шөғөлләнергә белһә, эске донъяһы тулы булһа, хәстәрләргә тейешле яҡындары ла булһа,
аҙнаһына дүрт көн эшләүе мөмкин. Бында ла бик етди уйларға кәрәк. Ғөмүмән, өйҙә эшләгән ирекле хеҙмәткәрҙәр күп. Ваҡиғаларҙы тиҙәйтергә теләмәйем, шулай ҙа халыҡтың төрлө төркөмгә бүлеп ҡарап анализларға тейешбеҙ. Кешенең йәше, енесе, һөнәре буйынса, - тигән Скворцова Алыҫ Көнсығыш иҡтисад форумында киң мәғлүмәт сараларына.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға