«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Райондарҙың рәсми йыйылыштарында башҡортса ла сығыш яһайҙар



06.09.2019 Райондарҙың рәсми йыйылыштарында башҡортса ла сығыш яһайҙар

Күптән шулай итергә хоҡуҡ бар ине. Һуңлап булһа ла, рухлы һәм үҙ телен ихтирам итеүсе шәхестәребеҙҙең еңел ҡулы артынан муниципалитеттарҙа башҡортса йыйылыштар, ултырыштар үтә башланы.

Бер нисә көн элек Стәрлебаш районы хакимиәтенең ултырыштар залында үткән район Советының 34-се ултырышында ла башҡортса сығыш яһаусылар булды.

Көн тәртибенә алты мәсьәлә сығарылғайны. Докладсыларҙың икәүһе башҡортса һөйләне.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянованың "2019 - 2020 яңы уҡыу йылына белем биреү учреждениеларының әҙерлеге тураһында"ғы сығышы башҡортса булды.

Унан һуң бер нисәү русса һөйләне һәм алтынсы тема - депутаттың эшмәкәрлеге - буйынса район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, район Советы депутаты Рәйфә Ғәлиева ла башҡорт телендә телмәр тотто.

Ултырыш йөкмәткеле, маҡсатлы үтте. Башҡортса сығыштарҙан берәү ҙә зыян күрмәгәндер, моғайын.

Әйткәндәй, районда яңы хакимиәт башлығы эш башлауын хәбәр иткәйнек инде. Рөстәм Рахманғоловҡа уңыштар теләйек.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Стәрлебаш районы хакимиәтенең рәсми сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға