«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киҙеүгә ҡаршы прививкалар эшләнәсәк



06.09.2019 Киҙеүгә ҡаршы прививкалар эшләнәсәк


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2019 йылда 418 мең балаға һәм 1,4 млн урта һәм оло йәштәге кешегә киҙеүҙән прививка эшләргә планлаштыра. Был республика халҡының 45 проценты тигән һүҙ. Шул иҫәптән 109250 мәктәпкәсә йәштәге бала, 295750 уҡыусы, 103240 студент һәм 82500 уҡытыусы.
Йыл аҙағына тиклем 3 184 ауырлы ҡатынға ла республика бюджеты иҫәбенә прививка яһаласаҡ. Вакцина киҙеүҙең иң йыш осраған өс төп штаммын үҙ эсенә ала.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға