«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш...»



22.02.2011 «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш...»

Байрам көнөндә ҡәҙерле ир-егеттәребеҙгә нимә бүләк итергә, тигән һорау килеп тыуалыр, ғәҙәттәгесә. Бик аптырап тормағыҙ, билеттар һатып алығыҙ ҙа, икәүләп Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына юлланығыҙ. Унда һеҙҙең өсөн күңелле тамашаны күптән әҙерләп ҡуйғандар инде. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш...» исемле юмористик тамашала йәш таланттар Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Рафаэль Сәғитов, Эльмир Әбүбәкиров, Рөстәм Шәрипов, Азат Биксурин, Рөстәм Шаһыбалов, Айгиз Ғиззәтуллин ҡатнаша. Концерттың режиссеры Илшат Фәхертдинов тамашасыларға күңелле ял бүләк итмәксе. Тамашала ретро йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға