«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?



06.09.2019 Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?


Тоҙ бер ҡасан да ябай ғына ризыҡ һаналмаған. Йәшәйештә ул ҙур урын алып тора. Өҫтәлгә иң тәүҙә тоҙ ҡуябыҙ, килгән ҡунаҡты ла икмәк-тоҙ менән ҡаршылайбыҙ. Уның хаҡында мәҡәлдәр, юрамыштар халыҡ араһында киң таралған. Тоҙҙоң файҙаһы һәм зыянына ҡағылышлы бәхәстәр ҙә йөҙәр йылдар дауам итә.
Ни тиклем зыянлы?
Күптәр өсөн тоҙҙоң артыҡ зыяны юҡ. Әммә халыҡтың 20 проценты өсөн (һәр бишенсе кешегә) ул бик тә зыянлы. Билдәле булыуынса, ул организмда һыуҙың тотҡарланыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә йөрәккә, бөйөрҙәргә көс төшә. Баш ауырта, кешенең шешенеүе ихтимал.
Хәүеф төркөмөнә инеү-инмәүеңде асыҡлау ҡыйын түгел, бының өсөн тоҙһоҙ диетаға ултырып ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә шул саҡта үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән, тимәк, тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Гипертониктарға унан баш тартыу, әлбиттә, еңеллек килтерә.
Ғөмүмән, артыҡ тоҙ бер кемгә лә файҙалы түгел. Төрлө сығанаҡтар буйынса, тәүлегенә тәҡдим ителгән норма – 0,5 – 3 г. Шул иҫәпкә икмәктәге, колбасалағы һәм башҡа ризыҡтарҙа йәшеренгән тоҙ ҙа инә. Әммә хәҙер айырыуса йәштәр яратҡан ризыҡтарға күҙ һалһаң, бер бигмакта ғына 1 г тоҙ бар, пиццала ул 1,5 грамға етә, ә тоҙло сәтләүектәр һәм чипсыларҙа тағы ла күберәк. Тиҙ әҙерләнә торған лапша һәм туҡмастарҙа ла ул бер грамдан арта. Шулай итеп, беҙ туйғансы ашарға ла өлгөрмәйбеҙ, ә тоҙҙоң тейешле нормаһы артығы менән йыйылып та китә. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин: иң яҡшыһы – өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға