«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер ҡайҙа ла рәсми эшләмәгән кешенең миллиондарын урлағандар...



06.09.2019 Бер ҡайҙа ла рәсми эшләмәгән кешенең миллиондарын урлағандар...

Өфөлә полиция ҙур ҡараҡты эҙләй. Хатта уларҙың ойошҡан төркөм булыуы ихтимал.

Бер ир үҙенең "Тойота Ланд Крузер"ында Кировоград урамында туҡталған да, бер нисә минутҡа ғына магазинға инеп киткән.

Сыҡһа, элиталы машинаһының тәҙрәһе ватыҡ, ти. Ә эсендә... өс миллион һум аҡса һалынған сумка булған, имеш. Бурҙар тап шуны алып ҡасҡан да.

Был ваҡиғала тағы ла шуныһы билдәле: "крузак" хужаһы рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләймәй. Тимәк, аҡсаны "күләгәлә" таба.

Бәлки, ҡараҡтар харам аҡсаларҙы сәлдергәндер...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға