«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СССР заманынан алып еңгәндәре юҡ



06.09.2019 СССР заманынан алып еңгәндәре юҡ

Бөгөн Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары киләһе йыл буласаҡ Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Шотландия уйынсылары менән уйнаясаҡ.
Осрашыу Глазгола Мәскәү ваҡыты менән 21:45 сәғәттә башлана.
Беҙҙең команда үҙ тарихында улар менән ете официаль уйын уҙғара. СССР заманында тәү башлап, 1967 йылда дуҫтарса бәйгелә беҙҙекеләр 2:0 иҫәбе менән еңеү яулай. 1971 йылда ла дуҫтарса уйында Союз уйынсылары 1:0 иҫәбенә өҫтөнлөк итә. Ә инде 1982 йылда донъя беренселегенең төркөм осрашыуында улар менән 2:2 иҫәбенә таралыша. 1991 йылда улар йәнә дуҫтарса осрашып, беҙҙекеләр Шотландияны 1:0 иҫәбенә алдыра. Бер йылдан һуң уларҙың юлдары Европа чемпионатында киҫеше һәм был юлы улар беҙҙекеләрҙе 3:0 иҫәбенә отоп, беренселектән төшөрөп ҡалдыра. Унан һуң СССР иле тарҡалып, Рәсәй футболсылары 1994/95 йылдарҙа уҙған Европа беренселегенең һайлап алыу төркөм бәйгеһендә ике тапҡыр осрашып, икеһендә лә еңеүсенә асыҡлай алмайҙар. Иҫәп – 1:1 һәм 0:0. Был юлы нисек булыр…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға