«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан Хөкүмәте отставкаға китә



05.09.2019 Башҡортостан Хөкүмәте отставкаға китә

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө, "Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында"ғы БР законының 30-сы статьяларына ярашлы, һайлауҙан һуң, йәғни 8 сентябрь үткәс, яңы Башлыҡ һайланғас, Хөкүмәт отставкаға китә.

Үҙәк Һайлау комиссияһы рәсми һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәндән һуң, инаугурация көнө билдәле буласаҡ. Унда БР Башлығы ике телдә халыҡҡа, РФ һәм БР Конституцияларына тоғролоҡ буйынса ант бирергә тейеш.

Уның тексы түбәндәгесә:
"БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ ВӘКӘЛӘТТӘРЕН БАШҠАРҒАНДА БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ КҮП МИЛЛӘТЛЕ ХАЛҠЫНА ТОҒРО ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ, БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮЛӘТСЕЛЕГЕН НЫҒЫТЫРҒА ҺӘМ ҺАҠЛАРҒА, РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОНСТИТУЦИЯҺЫН ҺӘМ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КОНСТИТУЦИЯҺЫН ҮТӘРГӘ, КЕШЕ ҺӘМ ГРАЖДАНИН ХОҠУҠТАРЫН ҺӘМ ИРКЕН ГАРАНТИЯЛАРҒА АНТ ИТӘМ".

Бынан һуң, яңы һайланған Башлыҡ вазифаһын үтәй башлай һәм законға ярашлы, Хөкүмәт отставкаға китә. Министрҙар яңылары тәғәйенләнгәнсе, "вазифа башҡарыусы" булып эшләй.

Һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле буласаҡ. Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми мәғлүмәтте тауыш биреүҙән һуң ун көн арауығында иғлан итәсәк.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға