«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Интернеттан ир табыуын тапҡан да бит…



05.09.2019 Интернеттан ир табыуын тапҡан да бит…

Баш ҡаланың Һупайлы биҫтәһендә 42 йәшлек туҡмалған ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә гражданлыҡ никахы менән йәшәп ятҡан иренең бысаҡ менән ҡурҡытып, 1,5 млн. һум аҡса алыуы тураһында хәбәр итә. Полиция енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшә.
Ханым 37 йәшлек ир менән бер нисә ай ғына йәшәгән. Парҙар интернет селтәрендә танышҡан. Бик популяр булған танышыу сайттарында А. әҙәпле генә күренгән һәм йылы итеп хат- хәбәрҙәр яҙған Д.-ға мөккибән китеп ғашиҡ була. Төрмәлә ултырған ир осрашыуҙы һәр ваҡыт кисереп килә. Иреккә сығыр алдынан ҡына үҙенең « тимер рәшәткәләр» артында ултырыуын әйтә. Мөхәббәттән аңы томаланған А.-ға һөйгәненең хөкөм ителгән булыуы уға булған ҡайнар хистәрен һүрелдермәй. Осрашып, бергә йәшәй башлайҙар. Ир бер ҡайҙа ла эшләмәй. Бер көндө ул ҡатындың банкта 1,5 млн һум аҡсаһы ятыуын белеп ҡала . Сер йәшереп йөрөгән һөйгәнең был ҡылығына асыуланған ир уны туҡмай, ҡурҡытып банктан аҡсаһын алырға ҡуша. А. -ға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға