«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәләтле йәштәр, һеҙҙең өсөн яңы грант булдырылды!



05.09.2019 Һәләтле йәштәр, һеҙҙең өсөн яңы грант булдырылды!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү маҡсатында грант булдырыу тураһындағы указына ҡул ҡуйҙы.

Республика Башлығы гранты музыка, театр, һынлы сәнғәт һәм хореография өлкәһендә уңыш яулаған йәштәргә тапшырыла. Дөйөм суммаһы – 50 миллион һум.

Документҡа ярашлы, аҡсалата баһа быйылдан башлап йыл һайын биреләсәк.

Әле Хөкүмәткә грантты бүлеү тәртибен әҙерләргә һәм уны маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы контролләүҙе ойошторорға ҡушылған.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Ю. КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға