«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәлил халҡының оло ҡыуанысы



04.09.2019 Хәлил халҡының оло ҡыуанысы

Әбйәлил районының Хәлил ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» федераль программаһына ярашлы төҙөлгән ял паркы асылды.


— Беҙҙең ҡыуанысты РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина уртаҡлаштылар. Паркты асыу тантанаһында улар ҙа ҡатнашты.

Балалар һәм спорт майҙансығы, ҡорамалдары урынлашҡан ял паркы Хәлил ауылы халҡының яратҡан урынына әүерелер тип ышанып ҡалам.

Подрядсы ойошмаға барлыҡ төҙөлөш эштәрен юғары кимәлдә башҡарып сыҡҡаны өсөн рәхмәтемде еткерәм, — тип яҙа Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға