«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылығыҙҙа йырсылар бармы? Әллә тотош ауылығыҙ йырлаймы?



04.09.2019 Ауылығыҙҙа йырсылар бармы? Әллә тотош ауылығыҙ йырлаймы?

Башҡортостанда ауыл таланттары өсөн конкурс иғлан ителде. "Йырсы ауыл" республика конкурсы октябрҙә башлана.

Ул бер йыл дауамында барасаҡ. Конкурсҡа ауыл хакимиәттәренең үҙешмәкәр йырсылар (халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары, ғаилә, ирҙәр ансамблдәре) коллективтары, яңғыҙ башҡарыусылар саҡырыла. Йәш сикләнмәй.

Сара өс этапта үтә. Беренсеһе - һайлап алыу (октябрь-декабрь, 2019 йыл) туры - ауылдарҙа, икенсеһе - район (февраль-май 2020 йыл) этабы - район мәҙәниәт йорттарында, өсөнсөһө - республика (октябрь, 2020 йыл) этабы - район турынан үтеүсе беренсе урын лауреаттары ҡатнашыуында. Гала-концерт Өфөлә үтә.

Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, муниципаль райондар хакимиәттәр ойоштора.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Ю. КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға