«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медведев аптырата...



04.09.2019 Медведев аптырата...

Теннис буйынса АҠШ-тың асыҡ беренселегендә Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведев сирекфиналда билдәле Швейцария спортсыһы Стэн Вавринканы еңеп, Ҙур шлемдың ярымфиналына сыҡты.
Ул ошондай кимәлдәге турнирҙа тәүгә ошондай уңышҡа өлгәшеп, ярымфиналда Болгария вәкиле Григор Димитров менән уйнаясаҡ. Димитров иһә, билдәле Роджер Федерерҙы алдырып, еңеү яулағайны. Медведев дәғүәсеһен дүрт партияла, (7:6, 6:3, 3:6, 6:1) иҫәбенә отто. Хәҙер ул донъя рейтингыһындағы күрһәткесен яҡшыртып, дүртенсе урынға сыҡты.
Быға тиклем Рәсәй тенниссыһы «Мастерс» турнирында еңеп, ҙур уңышҡа ҡаҙанғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға