«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» еңелеүҙән башланы



03.09.2019 «Салауат Юлаев» еңелеүҙән башланы

«Салауат Юлаев» хоккейсылары КХЛ беренселегенең беренсе уйынын Ҡытайҙа урындағы команда менән башлап, уларға буллит серияһында 4:3 иҫәбенә отолдо.
Хужалар осрашыу барышында беҙҙекеләрҙе еңә килеп, һуңғы осорҙа ғына Хартикайнен менән Сошников тырышлығында бәйгене ҡотҡарып ҡала. Өҫтәмә ваҡыт еңеүсенә асыҡлай алмаһа ә инде буллит серияһында тегеләр мәргәнерәк булып сыға һәм еңеү яулай. Ә инде өфөләр бер мәрәй менән генә юҡһына. Иртәгә улар йәнә үҙ -ара көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға