«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйәктәрҙе ҡаҡшатыусы эсемлек



03.09.2019 Һөйәктәрҙе ҡаҡшатыусы эсемлек



Газлы эсемлектәрҙең кеше организмы өсөн бигүк файҙалы түгеллеге күптән билдәле. Бындай эсемлектәр менән мауығыусы кешеләрҙең организмында ниндәй үҙгәрештәр булыуы ихтимал?
Газлы һыуҙың составында кальцийҙың үҙләштерелеүен тотҡарлаусы кофеин менән ортофосфор кислотаһы бар. Шуға күрә уны остеопороз, Крон ауырыуы менән сирләүселәргә һәм 50 йәштән ололарға эсергә ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Газлы эсемлектәр менән мауығыу бауыр циррозына ла килтереүе ихтимал.
Алкоголһеҙ бындай эсемлектәр һимертә. Ярты литрлыҡ газлы һыуҙа ғына һә тигәнсе ҡанға таралыусы 9 ҡалаҡ шәкәр бар.
Шәкәрле газировкалар шулай уҡ тештең эмаленә зыян килтерә. Шулай уҡ уларҙы күп ҡулланғанда, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүе бар.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға