«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уның өсөн 550 мең һум пустяк...



03.09.2019 Уның өсөн 550 мең һум пустяк...

Хоккей буйынса Омскиҙың «Авангард» командаһында һаналған Никита Щербак Мәскәү ҡалаһының элиталы районында ваҡытлыса йәшәү өсөн фатирға айына 550 мең түләп йәшәй.
Белеүегеҙсә, әлеге ваҡытта «Авангард» командаһы үҙенең Омскиҙағы аренаһы төҙөкләндереүе сәбәпле, Мәсәкәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында уйнай.
23 йәшлек һөжүмсе клуб менән өс миҙгелгә килешеү төҙөп, йылына 60 миллион һум аҡса эшләй. Тик команда етәкселеге уның сығышы менән ҡәнәғәт түгел. Шуға унан баш тартырға уйлай. Щербак быға тиклем алты миҙгелен АХЛ һәм НХЛ клубтарында уҙғара.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға