«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Уларҙың кеше хәленә инергә теләмәүе насар...



03.09.2019 Владимир Путин: Уларҙың кеше хәленә инергә теләмәүе насар...

Рәсәй Президенты Владимир Путин бер банкты тәнҡитләп ташланы.

Ил башлығы "Һаҡлыҡ банкы"н Иркутск өлкәһен һыу баҫыу һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләрҙең бурыстарына реструктуризация яһауҙан баш тартҡаны өсөн ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.

- Плохо, что они отказываются людям идти навстречу, оказавшимся в трудной жизненной ситуации. Они и могут, и должны это сделать, для банка с такими доходами вопрос реструктуризации долгов должен быть «вообще несерьезным, - тине Владимир Путин.

Президент һүҙҙәренсә, "Һаҡлыҡ банкы", ғөмүмән, халыҡтың шундай үтенестәренә ҡолаҡ һалмай.

Әле банктан рәсми аҡланыуҙар ишетелмәй...

Әйткәндәй, Иркутск өлкәһен июль аҙағында һыу баҫҡайны. Президент төбәк етәкселеген ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эшен насар ойошторғаны өсөн дә әрләгәйне.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға