«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Транспорт һалымын юҡҡа сығарырға тәҡдим итәләр



02.09.2019 Транспорт һалымын юҡҡа сығарырға тәҡдим итәләр

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Катасонов илдәге транспорт һалымын ғәмәлдән сығарырға кәрәк, тип белдерҙе.


Депутат әйтеүенсә, бынан ете йыл элек, бензинға акциз индерелеү менән был һалымды юҡҡа сығарырға кәрәк булған.

“Һалым булараҡ түләнергә тейешле сумманы акциз рәүешендә бензин хаҡына өҫтәү дөрөҫ булыр ине. Йәғни, машина йөрөгәнгә күрә, юлдар файҙаланыла һәм уларҙы эксплуатациялау күҙлегенән быларҙың барыһы ла бензин хаҡы аша ҡаплана”, - тине парламентарий.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға