«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы уҡыу йылы менән !



02.09.2019 Яңы уҡыу йылы менән !

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына быйыл 1-се синыфҡа 90 бала уҡырға килде. Баш ҡаланың мәртәбәле белем усағында белем аласаҡ уҡыусыларға белем үрҙәренә артылғанда тырышлыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Яңы уҡыу йылын гимназия яңы уңыштар менән ҡаршылай. Быйыл уҡыу йорто республиканың 10 дөйөм белем биреү учреждениеһы рәтендә “Көрәш – мәктәптәргә” программаһына инде. Уҡыусылар милли көрәш менән шөғөлләнә аласаҡ.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға