«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Флүр Ғәлимов – Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты!



02.09.2019 Флүр Ғәлимов – Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты!

Мәскәүҙә Рәсәй Яҙыусылар союзы Ҙур әҙәбиәт премияһына лайыҡ булыусыларҙы иғлан итте. Улар – Воронеждан Александр Лапин, Минск ҡалаһынан Анатолий Аврютин һәм Флүр Ғәлимов.


Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы, хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы Флүр Ғәлимов был мәртәбәле премияға “Аҙғын тәүбәһе” исемле китабы өсөн лайыҡ булды.

Уның «Аҙғын тәүбәһе» 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә рус телендә донъя күргәйне. Трилогия өс романдан тора. Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин бер юлы бөтә яҡындарын юғалта. Китап геройҙың йәшәү мәғәнәһен һәм «Кем ғәйепле?», «Нимә эшләргә?», «Артабан нисек йәшәргә?» тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләүенә арналған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға